Башҡортостанда йыл башынан 12 кеше һыу ҡорбаны булған. Тәғәнләнмәгән урында йәки эскән килеш һыу инеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеү һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу – бәхетһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәбе иҫәпләнә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләй.
Синоптиктар белдереүенсә, ял көндәрендә эҫе була. Ҡотҡарыусылар һыу буйында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә.







