Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде

Ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү өсөн ойошторолған республика фестивале Бөрө ҡалаһында үтә. Байрамда сиктәрендә халыҡ ижады күргәҙмәһе, йәрминкә, уйындар һәм концерт ҡаралған.

Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән парҙарҙы ҡотлап «Әсәлек даны», «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалдарын тапшырҙы. БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким.

Бында инде бер нисә йыл рәттән 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Башҡортостанда был байрам фестиваль булараҡ ойошторола. Көн дауамында урындағы халыҡ һәм башҡа төбәктәрҙән йыйылған ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле мәҙәни программа тәҡдим ителә.

Сарала оҙаҡ йылдар бергә йәшәп татыу ғүмер иткән ғаиләләргә дәүләт наградалары тапшырылды. Уларҙы тантаналы шарттарҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.»Әсәлек даны», «ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалдары үҙ эйәләрен тапты.

Тантананан тыш, үҙәк майҙанда халыҡ ижады күргәҙмәһе, йәрминкә, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә. Төрлө халыҡтарҙың милли йолалары сәхнәләштерелә.

Урындағы халыҡ Бөрөлә өсөнсө тапҡыр ойошторолған Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ фестивален матур йола булараҡ ҡабул итә. Был байрам туристарҙы Бөрөгә йәлеп иткән үҙәк майҙансыҡ булып тора.

Үҙәк майҙанда республика сәхнә артистары әҙерләгән концерт үтә. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы билдәле йырсылар ғаиләһе – Виктор Рыбин һәм Наталья Сенчукова ҡотлай. Ҡунаҡтар өсөн Өфөнән Бөрөгә автобустарҙа бушлай барыу һәм ҡайтыу мөмкинлеге ойошторлған. Ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү өсөн үткәрелгән сара кискә тиклем дауам итә.

Фото №1 - Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ