Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә республикала 350-нән ашыу бәхетле пар законлы никахҡа ингән

Йәштәрҙең тап 8 июлде ғаилә тормошоноң башы тип ҡабул итеүе осраҡлы түгел. Христиан динендә ғаилә усағы һаҡсылары тип танылған князь Петр менән уның ҡатыны Февронияны иҫкә алыу көнөндә никахҡа ингәндәр бәхетле тормош ҡора тип иҫәпләнә.

Былтыр ошо көндә 8 июлдә беҙҙен ижәп булғайны. Шуға быйыл 8 июлдә туй үткәрергә булдыҡ. Сонки быйыл ғаилә көнө.

Динә һәм Азамат Бакиевтар, йәш ғаилә пары

Никах теркәгәндә ковид сикләүҙәре ғәмәлдән алынған. Шуға ла йәштәр тантаналы сараға барлыҡ туғандары һәм яҡындарын да саҡыра ала.

Бөгөнгө көндә Башҡортостан буйынса никах теркәргә өсөн 369 пар заявление биргән. Өфө ҡалаһынын Киров районынын ЗАГСында 16 никах теркәләсәк. Әйтергә кәрәк, һунғы ваҡытта йәштәр ҙә, халык та шул байрамға ҡарай күберәк ғаризалар алып киләләр.

Фото №1 - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә республикала 350-нән ашыу бәхетле пар законлы никахҡа ингән

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ