Юғары уҡыу йортона ҡараған Хәрби-уҡыу үҙәгенең сығарылыш курс студенттарына дипломдар тапшырылды.
Тантаналы шарттарҙа 56 егеткә лейтенант званиеһы тапшырылды. Сараға университет етәкселеге вәкилдәре, өлкән офицерҙар, абруйлы ҡунаҡтар һәм ата-әсәләр йыйылғайны. Марш көйөнә йәш лейтенанттар тигеҙ сафтарҙа атлап үтте.
Йола буйынса һауаға тәңкәләр ырғытылды. Оҙаҡламай йәш офицерҙар контракт буйынса 3 йылға хәрби хеҙмәткә юллана. Улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә урынлашҡан һауа-йыһан көстәре хәрби частарына оҙатыласаҡ. Республикала хәрби кафедра Өфө дәүләт авация техник университетында ғына бар.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта юғары уҡыу йортонда ҡабул итеү кампанияһы бара. Хәрби-уҡыу үҙәгендә ике йүнәлеш буйынса белем алырға мөмкин. Абитуриенттар өсөн 40 бюджет урыны әҙерләнгән. Ғаризаларҙы ҡабул итеү 25 июлгә тиклем дауам итә.
Рәзилә Ғиниәтуллина




