Өфөлә енәйәтсел төркөмгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылған

Мутлашыусылар тәфтиш изоляторы хеҙмәткәренә ришүәт биреү юлы менән изоляторҙа ултырған кешене дөйөм режим колонияһына ебәрмәй хөкөм язаһы шарттарын йомшартырға теләгән. Аралашсы тапшырырға теләгән сумма 250 мең һум тәшкил иткән. Хоҡуҡ боҙоу осрағына Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре юл ҡуймаған.

30 июндә Өфөнөң Ленин районы суды тарафынан енәйәтсел төркөм ағзалары ришүәтселеккә аралашсы булыуҙа ғәйепле тип танылды, уларҙың һәр береһен дөйөм режимлы колонияла берәр йылға иркенән мәхрүм итеү ҡарары сығарылды.

Фото №1 - Өфөлә енәйәтсел төркөмгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылған

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ