Башҡортостанда “тынлыҡ законы”н боҙоу осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда “тынлыҡ законы”н боҙоу осраҡтары кәмегән. Быйыл судта 1 мең 100-ҙән ашыу эш ҡаралған. Тәртип боҙоусыларға 2 миллион 100 мең һумдан ашыу штраф һалынған. Былтыр “тынлыҡ законы”н боҙоуға бәйле 3 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Ҡануниәт буйынса, киске 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем, шулай уҡ көндөҙ сәғәт берҙән өскә тиклем тауышланырға ярамай. Талапты үтәмәгән өсөн граждандарға 3 мең һумғаса штраф һалыуҙары ихтимал. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов һөйләй.

Башҡортостанда “тынлыҡ законы”н боҙоу осраҡтары кәмегән
Фото №1 - Башҡортостанда “тынлыҡ законы”н боҙоу осраҡтары кәмегән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ