Иҫтәлекле байрам вәғәзе. Ҡорбан ғәйете уңайынан бөгөн Башҡортостандың барлыҡ мәсеттәрҙә намаҙҙар уҡылды. Өфөнөң Ләлә мәсетенән дин ҡәрҙәштәренә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин мөрәжәғәт итте. Хәҙрәттең быйылғы телмәре донъя сәйәсәтендәге хәлдәрҙе лә урап үтмәне. Байрам вәғәзен БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин тыңланы.
Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Сафа Тажетдин Ләлә мәсете минбәренән Украиналағы хәлдәргә битараф булмауын белдерҙе. Донъяны фашизмдан әле таҙартыу мотлаҡ.
Баш мөфтөй, коллектив көнбайыш илебеҙгә бығаса күрелмәгән баҫым яһаған осорҙа берҙәмлектең мөһим булыуын билдәләне. Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә йәшәгән мосолман ҡәрҙәштәребеҙ Рәсәй халҡы өсөн ят кешеләр булмауын да йәшермәне.
Халҡыбыҙ быуаттар дауамында традицион ҡиммәттәргә таянып көн итә. Бөгөн республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә Ҡорбан байрамының билдәләнеүе, милләт-ара, конфессия-ара татыулыҡ – быға асыҡ дәлил. Дошмандар халыҡтарыбыҙ араһына күпме генә шына ҡағырға теләмәһен, беҙҙе талаштырырға уларҙың ҡулынан килмәй. Иғлан иткән санкцияларҙың көсө юҡ. Шуға ла илдең ҡеүәтен нығытыу өсөн традицион ҡиммәттәр менән йәшәү мөһим, тине мөфтөй хәҙрәт. Киләсәк тәү сиратта ғаилә мөнәсәбәттәренә нигеҙләнә.
Минбәрҙәге байрам вәғәзен мөфтөй хәҙрәт туған телендә тамамланы. Барлыҡ ислам ғәләменә уңыштар һәм тынысылыҡ теләне.
Ләлә мәсетендә байрам намаҙын ҡылыусылар сафына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та баҫты. Ғибәҙәт ҡылыу тамамланғандан һуң, ул мосолмандарға ҡотлау телмәре менән мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров та илебеҙ өсөн иң көнүҙәк теманы урап үтмәне.
Урал аръяғы ахуны Хәмзә Хафизов Башҡортостанда тупланған Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ирекле батальондарҙың имамы буласаҡ. Тиҙҙән ул да утлы төбәккә сәфәр сыға.
Хәҙис шәрифтәрҙең береһендә, ергә әҙәм ҡаны тамғансы, ҡорбанлыҡ ҡаны аҡһын, тип әйтелә. Изге байрамда мосолмандар бер һүҙҙән Донбасс республикалары азатлығы өсөн көрәшкән ғәскәргә еңеү теләне.
Рафиҡ Әхмәтшин







