«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комлексы туристарҙы көтә. Бөрйән районында төҙөлгән заманса мөһабәт үҙәк тантаналы шарттарҙа файҙаланыуға тапшырылды. Тарихи сара сиктәрендә Тотороҡло үҫеш шарттарында халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыуға арналған ултырыш, музей буйлап экскурсия ойошторолдо. Тотош Башҡортостан йылъяҙмаһындағы тарихи ваҡиға тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова әҙерләгән репортаж.
Объекттың таш ярып асылыуы осраҡлы ғына түгел. «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы Башҡортостан йылъяҙмаһында ғына түгел, тотош Рәсәй кимәлендә иҫтәлекле ваҡиға. Сөнки тарихты тергеҙгән, мәҙәниәтте байытҡан, фәнде үҫтергән, заман технологияларын үҙ эсенә алған бындай үҙәк берәү.
Музейҙы асыу тантанаһында Радий Хәбиров билдәләүенсә, Бөрйән районы Башҡортостандың ынйыһы, йөҙөк ҡашы. Башҡорттарҙың данлыҡлы «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостары ла тап Шүлгәнташ мәмерйәһе менән бәйле.
«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы мәмерйәне «ЮНЕСКО»ның мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү өсөн төҙөлә башлай. Сөнки төп талап булып тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау тора. Ә мәмерйәнең торошо кешенең тын алышынан да боҙола.
Музейҙа тарих менән заман берләшә. Бар үткәнебеҙ заман мөмкинлектәре ярҙамында тергеҙелеп күҙ алдына баҫа. Тарихи-мәҙәни комплекс тереклек хасил булыуҙың, тормош барлыҡҡа килеүҙең бар этаптарын үҙ эсенә ала. Бында уйланылмаған бер генә мөйөш тә юҡ, һәр сантиметр майҙанға тәрән мәғәнә һалынған. Мәҫәлән, «Шүлгәнташ»та тәүтомош кешеләре төшөргән данлыҡлы һүрәттәрҙең күсермәһе. Тик был экспозиция аша һүрәттәрҙең тәү төҫөн, йылдар менән бергә нисек үҙгәрә барыуын күрергә мөмкин.
Ғалимдар фекеренсә, музей комплексы «Шүлгәнташ» мәмерйәһен һаҡлау буйынса ғына түгел, фәнни күҙлектән дә оло әһәмиәткә эйә. Йәғни ата-бабалар аманатын киләсәккә тапшырыу тигән һүҙ.
Яңы объект тотош төбәктә туризм үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Морат туғайға асфальт юл һалынған, заманса элемтә саралары һуҙылған. Киләсәктә газ үткәреү, яңы ҡунаҡханалар төҙөү ҡарала. Шүлгәнташ музей комплексы ошондай тағы бер проектҡа нигеҙ һала. Радий Хәбиров белдереүенсә, Шишмә районында, турахан мавзолейы һәм Хөсәйенбәк кәшәнәһе нигеҙендә заманса музей комплексы төҙөү күҙаллана.
Рәмзиә Кәримова







