Ҡорбан ғәйете уңайынан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон мосолмандары ла коллектив намаҙ ҡылды. Яҡташтарыбыҙ өсөн полигонда байрам ашы – һарыҡ итенән былау бешерелде.
Әле батальон ағазалары Ырымбур өлкәһендә күнекмәләр үтә. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң батальонды йыйылыу урыны көтә. Унда корпус формалашып, «шайморатовсылар» артабан Украиналағы махсус хәрби операция биләмәһенә юллана.







