“Сәләмәт төбәк – сәләмәт республика” акцияһы барышында 68 меңдән ашыу кеше табиптарға күренгән

“Сәләмәт төбәк – сәләмәт республика” акцияһы барышында 68 меңдән ашыу кеше табиптарға күренгән. Өфөнән медицина белгестәре райондарға сығып халыҡты ҡабул итә. Акция 21 апрелдә башланды. Ошо ваҡыт эсендә табиптар заманса аппараттарҙа 25 меңдән ашыу медицина тикшереүе үткәргән. Өфө табиптары алты маршрут буйынса эшләй. Бөгөндән Благовешен районының Туғай, Дыуандың Сальевка, Краснокаманың Ҡарый, Йәрмәкәйҙең Тарҡазы, Федоровканың Новоселка һәм Йылайырҙың Һабыр  ауылдарында халыҡты ҡабул итәләр.

Фото №1 - “Сәләмәт төбәк – сәләмәт республика” акцияһы барышында 68 меңдән ашыу кеше табиптарға күренгән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ