Липецк өлкәһендә 7-се тапҡыр “Тербун сиге. 1942 йылдың эҫе йәйе” тигән төбәк-ара хәрби-тарихи фестивале үтте. Унда Башҡортостандан Илдар Шәйәхмәтов етәкселегендәге “Любизар” хәрби-тарихи клубы ағзалары ҡатнашты. Улар тарихи реконструкцияла башҡорт тоҡомло аттарҙа сығыш яһаны. “Фестивалдең маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең тарихи дөрөҫлөгөн һәм иҫтәлеген һаҡлау”, - ти Илдар Шәйәхмәтов.







