Башҡортостан һәм Беларустең "БЕЛАЗ" заводы хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

Беларустең "БЕЛАЗ" заводы Башҡортостан менән станоктар төҙөлөшө буйынса  хеҙмәттәшлек башларға ниәтләй. “БЕЛАЗ” йәмғиәте делегацияһы эш сәфәре менән Өфөгә килде. Һөйләшеү барышында хеҙмәттәшлектең сәнәғәт кооперацияһы, перспективалы йүнәлештәре буйынса фекер алышынды. Холдинг вәкилдәре республикабыҙҙың ҡеүәтле предприятиеларында булды. Унда етештереү ҡеүәттәре менән танышты. Беларускә Башҡортостанда етештерелгән станоктар һәм метал эшкәртеү ҡоролмалары оҙатыу мөмкинлектәре ҡаралды.

Фото №1 - Башҡортостан һәм Беларустең "БЕЛАЗ" заводы хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ