«Өфө» футбол клубы Ҡазандан еңеү менән ҡайтты

Яңы миҙгелгә әҙерлек сиктәрендә Сергей Томаров тәрбиәләнеүселәре «Рубин» командаһы менән осрашты. Контроль уйын 45-шәр минуттан өс тайм форматында үтте. Матч башында уҡ яҡташтарыбыҙ ике гол менән һөйөндөрҙө. Туптарҙы үҙ иҫәптәренә Тимур Жамалетдинов менән Владислав Камилов яҙҙы.

Артабан майҙан хужалары яуап тубы индерһә лә, ҡунаҡтар юғалып ҡалманы. Эрвин Ботака һәм Тимур Жамалетдинов тырышлығы менән йәнә уңышҡа иреште. Шулай итеп уйын «Өфө» клубы файҙаһына 4-1 иҫәбе менән тамамланды. Сергей Томаров дружанаһы Беренсе лигалағы тәүге уйынын 17 июлдә үткәрә. Был каөндө улар Краснодарҙа «Кубань» менән көс һынаша.

Фото №1 - «Өфө» футбол клубы Ҡазандан еңеү менән ҡайтты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ