Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә 12 резидент эшләй. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ике компания сәнәғәт-етештереү зонаһында эшмәкәрлек алып бара башланы. Инвесторҙар 2 миллиард ярым һум йәлеп иткән. Бөтә 12 резидентты иҫәпкә алғанда, биләмәгә 25 миллиард 700 миллион һум инвестиция индерелгән. Әле 5 компания “Алға” махсус иҡтисади зонаһында эшләргә теләк белдергән.




