Башҡортостанда эҫе көндәр аҙна аҙағынаса һаҡлана. Синоптиктар ошо көндәрҙә һауа температураһының урыны менән +35 градусҡа тиклем күтәрелеүе тураһында фаразлай. Медицина белгестәре эҫелә иғтибарлы булырға, ҡояш аҫтында үткәргән ваҡытты мөмкин тиклем ҡыҫҡартырға кәңәш итә. Табип Рәфиә Буранбаеванан кәңәштәр.







