Башҡортостанда яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килде

Башҡортостанда яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килде. Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә Өфө фән һәм технологиялар университеты ойошторолдо. Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков шундай бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын асыу тантанаһында Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев белдереүенсә, яңы вуздың ил һәм донъя кимәлендә танылыу яулау өсөн мөмкинлектәре ҙур.

Башҡортостанда яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килде

Республика Башлығы Радий Хәбиров яңы юғары уҡыу йортон ойоштороуҙа ҡатнашҡан ғалимдар һәм ике вуз хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Өфө фән һәм технологиялар университетының уңыштарын әле үк атап үтергә була. Юғары уҡыу йорто “Өҫтөнлөк 2030” программаһына инде, башҡа мөһим проекттар тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килде

Башҡортостанда алдынғы юғары уҡыу йорттарын берләштереп Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ойошторола. Киләсәктә ул илдәге тәүге биш вуз исемлегенә инергә тейеш.

Фото №1 - Башҡортостанда яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ