Өфөлә Бөтә Рәсәй йөҙөү ярышы уҙа. X-Waters Ufa тигән спорт фестивале өсөнсөгә ойошторола. Унда Ағиҙел йылғаһы буйлап 2, 3, 5 һәм 10 километр араға йөҙөү була. Ярыш 31 июлгә тәғәйенләнгән. Унда 30-ҙан ашыу төбәктән 500-гә яҡын спортсы ҡатнашыуы көтөлә.




