Республикала инвалидтар өсөн Бөтә Рәсәй туриадаһы уҙа. “Йүрүҙән” тип аталған фестиваль бөгөн Салауат районында башлана. Быйыл туриадала Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Мурманск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, шулай уҡ Донецк халыҡ республиканан 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашыуы көтөлә. Командалар өсөн төрлө спорт ярыштары һәм ижади бәйгеләр ойошторола. Фестиваль аҙна аҙағынаса дауам итә.




