Башҡортостанда быйыл алты айҙа 38 юл яны объекты файҙаланыуға тапшырылған

Башҡортостанда быйыл алты айҙа 38 юл яны объекты файҙаланыуға тапшырылған. Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт ултырышында юл яны хеҙмәтләндереү мәсьәләһе ҡаралды. Быйыл алты айҙа шулай уҡ 49 объект яңыртылған. Йыл аҙағынаса тағы 81 юл яны сервисы бинаһы төҙөкләндерелә. Бөгөнгә был өлкәлә 10 миллиард һумлыҡ 83 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. 2024 йылға тиклем 2 мең юл яны хеҙмәтләндереү объекты төҙөү һәм яңыртыу бурысы ҡуйылған.

Фото №1 - Башҡортостанда быйыл алты айҙа 38 юл яны объекты файҙаланыуға тапшырылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ