Миңләғәли Шайморатов исемендәге ирекле батальонға хәрби техника тапшырылды. Ошо көндәрҙә егеттәр Ырымбур өлкәһендә әҙерлек үтә. Батальонға армияла хеҙмәт иткән, хәрби тәжрибәһе булған ирекмәндәр алына. Рәсәй Геройы Миңләғәли Шайморатов исемендәге ирекле батальон Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашырға әҙерләнә. Ошо көндәрҙә республикала икенсе төркөм туплана. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге мотоуҡсылар батальонына ирекмән һалдаттар ҡабул ителә.







