Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләүҙең иң ҡыҙған осоро

Бөгөнгә сенаж күләменең яртыһынан ашыуы соҡорҙарға һалынған.

Йәшел масса әҙерләүҙә айырыуса Дүртөйлө, Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондары ҙур әүҙемлек күрһәтә. Йәй миҙгеленең уңышлы килеүен иҫәпкә алып күп кенә төбәктәр ике йылға етерлек мал аҙығы запасы булдырыу бурысы ҡуйған.

Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге хужалыҡ яҡын көндәрҙә люцерна үләнен икенсегә сабыуға төшә. Көндәр ҡулай торған осраҡта механизаторҙар өсөнсөһөнә лә өмөт

Йәшел массаның күплеге хужалыҡҡа яңы соҡорҙар әҙерләргә мәжбүр иткән. Хәйер, урындағы етәкселек быға бер ҙә ҡаршы түгел. Страховкалаусы мал аҙығы булыуы киләһе йылдарға ышыныслы ҡарарға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, калининдар заманса ауыл хужалығы техникалары менән дә тәьмин ителгән. Яңыраҡ һатып алған «Ягуар» ярҙамында эштәр тағы ла алға киткән.

Фото №1 - Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләүҙең иң ҡыҙған осоро

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ