Шундай үҙәктәрҙең береһен шәхси эшҡыуар Гөлфиә Григорьева асҡан. Милли стилдәге башҡорт йорто «Сәйәхәт» тип атала.
Район үҙәге эргәһендә урынлашҡан Ишдәүләт ауылы – Бөрйән районының иң күркәм тәбиғәтле урындарының береһе. Ерле халыҡ был урынды Ябаҡ тип тә йөрөтә. Иҫке Собханғолда йәшәгән Григорьевтар ғаиләһе тәүҙә бында ер алып үҙҙәренә өй төҙөргә уйлай.
Әммә пандемия ваҡытында туристар ағымы артыу сәбәпле, ял йорттарына ихтыяж арта, йоҡларға урын һораусылар күбәйә. Шул ваҡытта милли стилдәге этноүҙәк төҙөү ниәте тыуа ла инде. Хужалар өй эсен аҫалы балаҫтар, һуғылған келәмдәр менән биҙәй, мунса, аш-һыу бүлмәһе төҙөп ҡуя.
Күңел йылыһы һалып эшләнгән этнойорттар туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, бында килергә теләүселәр арта. Григорьевтар дәүләт программаһында ҡатнашып 500 мең һум күләмендә грант ала. Был суммаға скважина ҡаҙҙырып һыу үткәрәләр, өйҙө биҙәкләүгә тотоналар.
Гөлфиә менән Владимир биләмәлә тағы ла ике ял йорто төҙөү, милли аш-һыу бүлмәһе асыу теләге менән яна. Ул ваҡытта туристарҙы экологик яҡтан таҙа продукция, үлән сәйҙәре менән һыйлап буласаҡ, ти хужалар. Ә килеүселәр артыуына шик юҡ, сөнки Республика етәкселеге тарафынан да, муниципаль берәмек яғынан да Бөрйәндә туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.
Рәмзиә Кәримова




