Баймаҡ районының Буранбай ауылында ҡурайға һәйкәл асылды

Стела сара Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Әхиәт Ғәйетбаевтың тәҡдиме менән барлыҡҡа килгән. Изге башланғыс танылған ҡурайсының был  тыуған ауылы, халҡы өсөн башҡарылған тәүге эше түгел. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Был – Баймаҡ районында ҡурайға өсөнсө һәйкәл.  Беренсеһе – Төркмән ауылы эргәһендәге Туғажман тауы башында, икенсеһе – Ишмырҙа ауылында. Өсөнсөһө республикаға, районға бик күп талантлы йырсы, бейеүсе, ҡурайсылар сығарған, талантлы кешеләре, билдәле шәхестәре менән дан тотҡан Буранбай ауылында урынлашты.  

Гәүһәркәй тауы башында урынлашҡан ҡурай стелаһы ауылға үҙенсәлекле йәм биреп тора. Уның бейеклеге – 13 метр. Был һәйкәл Буранбай ауылының барлыҡ мәшһүр, билдәле шәхестәрен данлай. Байрам сиктәрендә ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәүселәр, башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә әүҙем эшләүселәр урындағы активистар бүләкләнде.

Сарала ауыл мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Гәүһәркәй” һәм “Илһам” ансамблдәренең дәртле сығыштары, “Еҙ үксә” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең “Ҡурай” бейеүе, йырҙар, ҡурай моңдары һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Был төбәктә һәйкәлдең асылыуы юҡҡа түгел. Халыҡ хәтерендә сәсән, оҫта йырсы, ҡурайсы булараҡ урын алған Буранбай сәсән - ошо ауыл шәхесе. Әле лә Буранбайҙа уның  мәҙәниәткә булған һөйөүен, мираҫын дауам итеүселәр бар.

Фото №1 - Баймаҡ районының Буранбай ауылында ҡурайға һәйкәл асылды

Альбина Баййегетова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ