Бөгөн Өфөлә тәбиғәт күренеше менән бәйле фажиғәле хәл теркәлде

Ҡапыл пәйҙә булған көслө йәшен йылға буйындағы ҡатынға тейә.

Сипайлово биҫтәһендәге аяныслы хәл тураһында тәүге мәғлүмәт Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә килә. Шылтыратыусы Өфө йылғаһының уң яҡ ярында ял итеүсе ҡатын йәшендән зыян күреүе тураһында хәбәр итә. Ваҡиға шаһиттары ҡазаға тарыусыны ҡаршы ярҙағы ашығыс ярҙам бригадаһына тапшыра. Әммә табиптар ҡатындың үлемен раҫлай. 

Ә бына Әбйәлил районы Озерный ауылы һыу аҫтында ҡалған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, көслө ямғыр яуыуы һәм баҫыуҙан һыу ағып төшөүе һөҙөмтәһендә Йәштәр урамын һыу баҫҡан. Ғәҙәттән тыш хәл урынында яуаплы белгестәр эшләй, мәсьәлә контролгә алынған тип яҙған, хакимиәт етәксеһе.

Бөгөн шулай уҡ республиканың күп кенә төбәктәрендә эре боҙ-борсаҡ яуыуы күҙәтелгән. Социаль селтәрҙәргә һалынған был видеояҙма Баймаҡ районы Темәс ауылында төшөрөлгән. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, яуым-төшөм халыҡҡа байтаҡ ғына зыян килтергән.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә тәбиғәт күренеше менән бәйле фажиғәле хәл теркәлде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ