Тиҫтәләгән малай-ҡыҙҙар һәм уларҙың ата-әсәләре
Торатау итәгенә менеп, 300 миллион йыллыҡ тарих һаҡлаған тәбиғәт ҡомартҡылары
менән танышты. Сәйәхәтте ойоштороусылар – Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса
комитеты һәм «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» үҙәге вәкилдәре. Шихан үҙенсәлеге менән БЮТ
хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ла танышты.
Палеозой эраһына ҡараған боронғо ҡомартҡыларҙы балалар ҡыҙыҡһынып ҡарай. Боронғо диңгеҙҙән ҡалған риф тураһында тарихты ата-әсәләр ҙә иғтибарлап тыңлай. Тиҫтәләгән балалар һәм ата-әсәләрҙән торған төркөм шихан итәгенә юллана. Гид юлда осраған төрлө ҡомартҡылар менән таныштыра.
Торатауҙа бай геологик мираҫ тупланған. Ташҡа әйләнгән диңгеҙ фаунаһы ҡалдыҡтары бында аяҡ аҫтында ята. Билдәле коралл юлынан балалар ҙа атлап үтте.
Уникаль флоранан башҡа, бында һирәк осрай торған хайуандар ҙа йәшәй. Бигерәк тә ҙур йомрандар биләмәне үҙ иткән. Торатау – Ерҙәге иң боронғо тауҙарҙың береһе. Ул яҡынса 290 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн экскурсиялар бында аҙна һайын үткәрелә. Кемдер өсөн был тәүге сәйәхәт түгел. Рәзилә Ҡолмөхәмәтова һәм уның ҡыҙы Ралина ла – шихандағы йыш ҡунаҡтар.
Саф һауала йөрөү мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы физик һәм психологик яҡтан нығыта. Кескәйҙәрҙең танып белеү һәләттәре үҫешә, сыҙамлығы арта, ә физик хәрәкәтләнеү мускулдарын нығыта. Экскурсияны ойоштороусылар ҙа балаларҙың һаулығын яҡшыртыу, белемдәрен арттырыуҙы тәү маҡсат итеп ҡуя.
Әлеге ваҡытта Торатауҙа уңайлы экоһуҡмаҡ төҙөү эштәре бара. Уны быйыл файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Бынан тыш, шиханды ЮНЕСКО составына индереү буйынса ғариза тапшырылған.
Рәзилә Ғиниәтуллина







