“Өфө” индустриаль паркында яңы резидент була. Бында нефть һәм газ ҡоролмалары етештереүсе предприятие эшләй башлай. Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы менән “УТЕКО” компанияһы араһында ошондай килешеү төҙөлдө. Инвестиция күләме 120 миллион һум тирәһе. Завод тулы ҡеүәтенә сыҡҡас 191 эш урыны булдырыла. “Өфө” индустриаль паркы баш ҡалабыҙҙың Шаҡша биҫтәһе янында урынлашҡан. Майҙаны 300 гектарға яҡын. Әле был биләмәлә 13 резидент бар. Финанс һалымдарҙың дөйөм суммаһы 34 миллиард ярым һум.




