Башҡортостан һәм Абхазия хеҙмәттәшлекте нығыта. Бөгөн ике республика етәкселәре Радий Хәбиров һәм Аслан Бжания осрашыуында үҙ-ара сауҙаны үҫтереү юлдары буйынса фекер алышыу булды. Башҡортостан һәм Абхазияны электән яҡшы мөнәсәбәттәр бәйләй. Өфө һәм Сухум – туғандаш ҡалалар, 2020 йылда Башҡортостан табиптары Абхазияла коронавирус менән көрәштә ярҙам итте. Әле ике яҡлы тауар әйләнеше 14 миллион ярым доллар менән иҫәпләнә. Уның байтаҡ өлөшө беҙҙең республиканан экспортҡа тура килә. Радий Хәбиров киләсәктә Абхазиянан емеш-еләк, йәшелсәне күберәк индерергә тәҡдим итте. Туризм һәм мәғариф өлкәләрендә лә хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлектәр булыуы телгә алынды.




