Башҡортостанда һанлы мәғлүмәт милли системаһы һынала

Башҡортостан һанлы мәғлүмәт милли системаһын булдырыу буйынса һынау үткән төбәктәр исемлегенә инде. Был турала Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәргән ултырышта билдәләнде. Ултырышта Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡатнашты. Игорь Комаров билдәләүенсә, һанлы трансформация Рәсәйҙе үҫтереү буйынса 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән биш милли маҡсаттатың береһе. Һанлы система ер һәм күсемһеҙ милек тураһында мәғлүмәттәрҙе бер платформаға берләштереүҙе, ер ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлеген күтәреүҙе, ил буйынса милеккә хоҡуҡты гарантиялауҙы күҙаллай. Һынау проектында Башҡортостан менән бергә тағы ла 19 төбәк ҡатнаша.

Фото №1 - Башҡортостанда һанлы мәғлүмәт милли системаһы һынала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ