Башҡортостанда урман хужалығы өлкәһендә электрон хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты арта

Башҡортостанда урман хужалығы өлкәһендә электрон хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты арта. Республика Хөкүмәтендә тармаҡта һанлы алымдарҙы ҡулланыу мәсьәләһе ҡаралды. Рәсәйҙә 2025 йылға урман хужалығында дәүләт мәғлүмәт системаһы барлыҡҡа килергә тейеш. Беҙҙең республикала тармаҡтағы 10 дәүләт хеҙмәтен электрон тәртиптә юлларға була. Халыҡ һәм ойошмалар бындай мөмкинлек менән әүҙем файҙалана. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә икенсе урында. Тиҙҙән “Башҡортостан урмандары” тигән мәғлүмәт системаһы эшләй башлай. Унда урман биләмәләренә бәйле картографик материалдар менән танышырға була.

Фото №1 - Башҡортостанда урман хужалығы өлкәһендә электрон хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты арта
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ