Өфөлә “Күрше булып йәшәү. Үҙ йортоң һәм биләмәң менән идара итеү” тигән темаға түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ойошторған сара “Изге мобиль” автосәйәхәтенә арналды. Быйыл маршрут Мәскәү, Кострома, Киров, Ижевск, Красноуфимск, Өфө һәм Ульяновск ҡалалары аша үтә. “Изге күршеләр” йәмәғәт проекты етәксеһе Сергей Кузнецов:
Түңәрәк өҫтәл барышында күп фатирлы йорттар һәм биләмәләр менән идара итеүҙә һөҙөмтәлекте арттырыуға арналған оҫталыҡ дәресе уҙғарылды.“Республикала тиҙҙән “Изге күршеләр” проекты тормошҡа ашырыла”, тип белдерҙе Бөтә Рәсәй урындағы үҙидаралыҡ союзы төбәк ойошмаһы рәйесе, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко.







