Абхазиянының министрлыҡ, ведомство етәкселәренән, эшҡыуарҙарҙан торған делегацияны «Өфө» аэропортында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Рәсми ҡунаҡтар өс көн дауамында төбәктең социаль-иҡтисади күрһәткестәре менән танышасаҡ.
Программала хеҙмәттәшлек бәйләнештәре булдырыу, делегация вәкилдәрен тарихи-мәҙәни урындар, сәнәғәт предприятиелары менән таныштырыу ҙа ҡаралған. Сәфәрҙең тәүге иртәһе Өфөнөң тарихи урындары менән танышыуҙан башланды. Абхазия Президенты Аслан Бжания менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, рәсми делегация вәкилдәре «Дуҫлыҡ Монументы»на, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалды.
Башҡортостан башлығының Абхазия президенты менән осрашыуында берлектәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре күтәрелде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктәр араһындағы бәйләнештәр ике яҡ өсөн дә отошло буласаҡ. Ауыл хужалығы продукцияһы, туризм, Абхазияның уникаль шифаханалары ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Һеҙҙең сәфәр халыҡтарыбыҙ араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға этәргес биреүенә ышанам, тине Радий Хәбиров. Аслан Бжания үҙ сиратында беҙҙең өсөн ауыр ваҡытта Башҡортостан ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы, тип билдәләне.
Рәмзиә Кәримова




