Бөгөн Донбасс халҡына 14-се гуманитар ылау оҙатылды

Төҙөлөш кәрәк-яраҡтары тейәлгән фуралар Луганск халыҡ республикаһына юлланды. Унда Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпте төҙөкләндереү эштәре бара. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Алыҫ сәфәр – йөк машиналарын ентекле тикшереү талап итә. Фура водителе Наил Вәлиуллин гуманитар ылау менән дүртенсе тапҡыр юлға сыға. Башҡортостандан Донбасҡа оҙатылған 14-се коллона төҙөлөш материалдары тейәгән.

Кисә 13-сө гуманитар ылау илткән автоколонна Башҡортостанға әйләнеп ҡайтты. Уларҙы алмаштырып, 5 йөк машинаһынан торған сираттағы ылау ҡуҙғалды. Һәр фурала икешәр водитель, юлда улар бер-береһен алмаштырып бара. Тәжрибәле водитель Рәсим Ҡадиров изге бурыс атҡарып Донбасҡа 14-се тапҡыр юл тота.

Колонна менән тиҙ барып етәбеҙ. Арыһаҡ, алмашабыҙ. Берәүҙәргә көндөҙ, икенселәренә төндә барыуы еңел. Миңә айырма юҡ, юлды ятлап бөттөм инде.

Рәсим Ҡадиров, водитель  

30 тоннаға яҡын гуманитар йөк Петровское ҡалаһының Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәпкә тәғәйенләнгән. Белем усағын уҡыу йылына әҙерләү маҡсатында унда капиталь ремонт бара. 1 сентябргә мәктәп сафҡа инергә тейеш. Әлеге ваҡытта унда Башҡортостан төҙөүселәре һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт вахтаһы дауам итә.

Башҡортостандың Донбасҡа күрһәткән дөйөм гуманитар ярҙам күләме бер мең 234 тонна тәшкил итә. Украина агрессияһынан зыян күргән халыҡҡа туғандарса ярҙам итеү уртаҡ маҡсат һәм көн талабы булып ҡала. Донбаста йәшәүселәргә сираттағы гуманитар ылауҙы туплау һәм ундағы социаль объекттарҙы төҙөкләндереү саралары дауам итә.

Фото №1 - Бөгөн Донбасс халҡына 14-се гуманитар ылау оҙатылды

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ