Эҫе, ямғыр, көслө ел, йәшен...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы тәүлектә республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән боҙборсаҡ яуыуы, күк күкрәүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә 15, 20, көндөҙ 30, 35 градусҡаса эҫетә. Яуын ваҡытында юлдарҙа күреү мөмкинлеге сикләнә. Ошондай уҡ һауа торошо Өфө өсөн дә хас. Ҡотҡарыусылар хеҙмәте ямғыр, йәшен ваҡытында хәүефһеҙлек саралары хаҡында онотмаҫҡа, уяулыҡ һаҡларға кәңәш итә. 

Фото №1 - Эҫе, ямғыр, көслө ел, йәшен...
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ