4 августан Өфөнән Алматы ҡалаһына ла авиарейс асыла. Йөҙ кеше һыйҙырышлы лайнер аҙна һайын кесе йома осасаҡ.
Авиакомпанияла билдәләүҙәренсә, Алматы туризм өсөн Азиялағы иң ҙур һәм ҡыҙыҡлы ҡалаларҙың береһе булһа, Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтан эшлекле, мәҙәни үҙәк иҫәпләнә. Шуға күрә туристар араһында яңы һауа бәйләнеше ҙур һорау менән файҙаланыр тип көтөлә.
Рәйлә Күсемханова







