Өфөлә авиамодель спорты буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге үтте

  Спортсылар корд пилотаж моделдәре класында көс һынашты. Баш ҡалаға республиканан, Һамар һәм Силәбе өлкәләре, Санкт-Петербургтан 13 спортсы йыйылды. 

Авиамодель спортының был класында кем менәндер ярышыу төшөнсәһе юҡ. Бында тәү сиратта һауа шарттары һәм үҙеңдең нервыларың менән көрәшергә кәрәк. Еңеүсе юғары пилотаж фигураларын эшләү сифаты буйынса билдәләнә. Һәр ҡатнашыусы билдәле ваҡытта бер нисә трюк башҡарырға тейеш ине. 

Бөтә пилоттар ҙа бер үк фигуралар комплексы башҡара. Бер-бер артлы һәм сикләнгән ваҡытта 16 эволюция атҡаралар. Был күренеште судьялар баһалай. Һөҙөмтәлә уртаса арифметик күрһәткес иҫәпкә алына.

Илья Сахаров, Башҡортостандың Авиамодель спорты федерацияһы яуаплы секретары 

Ярыш һөҙөмтәләре өс турҙан билдәләнде. Йомғаҡлау зачетына һәр ҡатнашыусының ике иң яҡшы һөҙөмтәһе инә. Корд пилотаж моделдәре класында ярыштар уҙғарыу өсөн иркен һәм тигеҙ асфальт майҙаны кәрәк. Бындай майҙан республикала берәү генә – Өфө районының Максимовка ауылында. 

Бында беҙҙең микропроцессорҙар менән ҡатмарлы электромоделдәр. Бөтә нәмә лә программалана. Двигателдәр ҙә ҙур иғтибар талап итә. Сөнки ҡояш сыҡҡанда улар 50 градусҡа тиклем йылына, һуңынан ҡояш тағы юҡ була. Хатта автоспортта ла ошо үҙгәрештәр һиҙелә. Бында ла шулай.

Владимир Страхов, авиамодель спорты буйынса халыҡ-ара спорт мастеры /Тольятти/

Волга буйы федераль округы беренселегендә Һамарҙан Даниэль Ғәрфетдинов еңеп сыҡты. Уның ағаһы Марсель өсөнсө урында. Ғөмүмән, Һамар өлкәһендә авиамодель спорты популяр һанала. 

Әллә ни сер юҡ. Ни бары беҙ спорттың был төрө менән ныҡлап шөғөлләнәбеҙ. Федерациябыҙ көслө. Үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был өлкәндәрҙе лә дәртләндерә. 

Айрат Ғәрфетдинов, Һамар өлкәһенең Авиамодель спорты федерацияһы президенты 
Башбат

Волга буйы федераль округы чемпионатында Трехгорныйҙан Сергей Герасимов, Тольяттинан Владимир Страхов һәм уның яҡташы Максим Копсов еңеп сыҡты. Быйыл Әбйәлил районы Асҡар ауылында ирекле осоусы моделдәр класында Волга буйы федераль округы чемпионаты үтә. Ә Максимовкала үткән ярышта ҡатнашыусылар Пенза өлкәһенә үткән Рәсәй чемпионатына юллана. 

Фото №1 - Өфөлә авиамодель спорты буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге үтте

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ