Әле ике республика араһындағы йыллыҡ сауҙа күрһәткесе 15 миллион долларға яҡын. Тәү сиратта ауыл хужалығы, мәғариф, туризм өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыу ҡарала. Хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре эш сәфәре барышында ла ҡаралды. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән абхаздар өсөн сәфәргә сығыр алдынан йәки башҡа осраҡтарҙа карап ҡыңғырауына һуғыу ғәҙәти күренеш, тик был юлы улы оҙайлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә ишара. Ә Башҡортостан менән Абхазия араһында тәжрибә уртаҡлашырлыҡ йүнәлештәр байтаҡ.
Миҫал өсөн, Республика менән идара итеү үҙәгенең эшмәкәрлеге. Был объект төҙөлөш технологияһы менән дә, эш алымдары буйынса ла үҙенсәлекле. Үҙәк тотош Башҡортостандың бәләкәй бер сағылышы һымаҡ, бында төбәктең көнитмеше буйынса бар мәғлүмәт туплана, проблемаларҙы хәл итеү юлдары барлана. Абхазия Президенты Аслан Бжания платформаның эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Абхазия делегацияһының йәштәр менән осрашыуында һүҙ хеҙмәттәшлекте нығытыу хаҡында барҙы. Мәҫәлән, Башҡортостан эҙәрмәндәр отрядының Абхазияға сәфәрен һәм эшмәкәрлеген ойоштороу. Аслан Бжания белдереүенсә, Абхазия йәштәре эҙәрмәндәр эшенә ихлас ҡушыласаҡ. Шулай уҡ фәнни, мәҙәни өлкәлә лә бәйләнештәрҙе киңәйтергә була. Башҡортостан-йәштәр республикаһы, беҙ улар менән ғорурланабыҙ, тине Радий Хәбиров.
Эш сәфәре сиктәрендә ике яҡ араһындағы хеҙмәтәшлекте нығытыу буйынса киңәйтелгән ултырыш та үтте. Башҡортостан менән Абхазия араһындағы дуҫлыҡ мөнәсәбәте үткән быуат башына барып тоташа. Өфө менән Сухум иһә туғандаш ҡалалар иҫәпләнә.
Абхазиянан күп йәштәр Өфө вуздарында белем ала. Әммә һуңғы йылдарҙағы пандемия менән бәйле бәйләнештәр бер аҙ өҙөлгән. Ә мөмкинлектәр киң, балалар ялын ойоштороу, юғары һәм һөнәри белем биреү, ауыл хужалығы, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә була. Абхаздар Ҡара диңгеҙ буйында балалар лагеры төҙөү өсөн ер бүлергә лә риза.
Ике яҡтың социаль-иҡтисади мөмкинлектәре «Торатау» конгресс-холында үткән презентацияла күрһәтелде. Башҡортостан әлеге мәлдә 128 дәүләт менән хеҙмәттәшлек итә. Республиканың үткән йылдағы тышҡы тауар әйләнеше 4 миллиард 500 миллион долларҙан ашып киткән.
Шул уҡ ваҡытта Абхазия өлөшөнә был сумманың бәләкәй генә өлөшө тура килә. Ә мөмкинлектәр киң Башҡортостандың да, Абхазияның да тәбиғәте хозур, башҡа төбәктәргә хас булмаған үҙенсәлектәре бар. Мәҫәлән, Ҡара диңгеҙ буйынан республикаға цитрус емештәр, шарап индерергә мөмкин. Башҡортостан иһә абхаздарға нефть продукттары оҙата. Аслан Бжания белдереүенсә, 2024 йылда Сухум ҡалаһында аэропорт сафҡа индерелә. Был ике яҡ араһындағы һауа бәйләнешен нығытыу мөмкинлеген аса.
Абхазия делегацияһы Башҡортостандың ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге, тарихи-мәҙәни учреждениелары менән дә танышты. Ҡунаҡтар шулай уҡ Бөрйән районындағы «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә барырға, яңы асылған тарихи-мәҙәни комплексты күрергә ниәтләй. Аслан Бжания әйтеүенсә, социаль-иҡтисади үҫеш тыуған төйәгеңә, тарихҡа һөйөүҙән башлана. Тамыры ныҡ булған кеше генә ҡеүәтле киләсәк төҙөй ала.
Башҡортостан менән Абхазияны күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. 1920-се йылда Волга буйы төбәктәрендә аслыҡ булғанда абхаздар аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә, ә Бөйөк ватан һуғышы йылдарында яралы Башҡортостан яугирҙары Абхазияла, Ҡара диңгеҙ буйында реабилитация үтә, тап шул осорҙа рәхмәт һәм хөрмәт йөҙөнән Өфө урамдарының береһенә абхаз исеме бирелә.
Әле Башҡортостан менән Абхазия араһындағы йыллыҡ тауар әйләнеше 15 миллион долларға яҡын, әммә был күрһәткесте арттырырға мөмкин. Эш сәфәре сиктәрендә тап хеҙмәттәшлек бәйләнештәрен нығытыу тураһында һүҙ бара ла инде.
Рәмзиә Кәримова





