Башҡортостанда сит ил сеймалынан татлы продукция етештереү эше яйға һалынды

Шәкәр ҡамышынан ҡайнатма. Башҡортостанда сит ил сеймалынан татлы продукция етештереү эше яйға һалынды. Бөгөн алынған тәүге партиялар республика район-ҡалаларынан тыш, илдең төрлө төбәктәренә оҙатыла башланы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Латин Америкаһынан бөгөн төндә килтерелгән сираттағы партия бушатыла. Шәкәр ҡамышы Башҡортостанға Бразилия араһындағы килешеү һөҙөмтәһендә июнь аҙағынан алына башланы. Ошондай уҡ сеймал Һиндостан һәм Вьетнам илдәрендә лә бар. Әммә, Әлшәй райондағы завод Бразилияныҡына туҡталған.

Тәүлегенә генә 750 тонна сеймал эшкәртелә. Эш заводтың фильтр станцияһынан башлана. Барыһы ла автоматлаштырылған. Әммә, бөтә нәмә хеҙмәткәрҙәр күҙәтеүендә башҡарыла.

Шәкәр кристалға әйләнгәнгә тиклем производство тулы цикл үтә. Һәр бер аппараттың үҙ ҡағиҙәһе. Һөттөң күпме күләмдә ҡушылыуы, нисә градуста тиклем бешерелеүе лә компьютерҙа теркәлә. Арттырып йә кәметеп үтәү продукция сифатына йоғонто яһамай ҡалмай.

Шәкәр етештерелгән заводтың да үҙ һауа торошо. Температура бында кәм тигәндә 40 градусҡа тиклем күтәрелә. Шулай ҙа боҫ производство өсөн мөһим ҡала.

Ғөмүмән, Әлшәй районы заводы өсөн шәкәр ҡамышы ят производствонан һаналмай. 1998-ҙән 2015 йылға тиклем предприятие сит ил сеймалы файҙаланған. Бөгөн эш ҡабаттан тергеҙелеп, завод эсендә ҡоролмалар яңыртыла. Эш тулы ҡеүәттә июнь аҙағынан башланған.

Предприятие хеҙмәткәрҙәр дәүләт стандарты ҡағиҙәләренә таянып эш итә. Етештерелгән шәкәр смена һайын ныҡлы тикшереү үтә.

Шулай ҙа шәкәр заводы татлы тамырҙан да ситләшмәйәсәк. Быйыл ул да үҙ продукцияһы менән ҡыуандырыр тип көтөлә. Ә инде предприятие етәкселеге халыҡты тынысландырып, шәкәргә бөтөнләй ҡытлыҡ юҡ тигән фекерҙә. Өҫтәүенә Башҡортостан предприятиелары илдең башҡа төбәктәрен дә татлы продукция менән тәьмин итеү көсөнә эйә.

Фото №1 - Башҡортостанда сит ил сеймалынан татлы продукция етештереү эше яйға һалынды

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ