Стәрлетамаҡ районында милли проект буйынса юл ремонтлау ваҡытынан алда тамамланды

Стәрлетамаҡ районында милли проект буйынса юл ремонтлау ваҡытынан алда тамамланды. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ – Красноусол трассаһының Оло Ҡуғанаҡ ауылы аша үткән өлөшөндә 2 километрҙан ашыу арала асфальт түшәлде. Бының өсөн 29 миллион һум тотонолған. Ремонт яңы инновациялы алымды ҡулланып башҡарылған. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, быйыл Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында 41 километр оҙонлоҡта 16 юл участкаһы тәртипкә килтерелә.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ районында милли проект буйынса юл ремонтлау ваҡытынан алда тамамланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ