Өфө иң йәшел ҙур ҡалалар исемлегенә эләккән. Marketing Logic аналитик компанияһы рейтинг әҙерләгән. Унда Башҡортостан баш ҡалаһы 3-сө урынға ҡуйылған. Тәүге икәү исемлегендә – Пермь һәм Краснодар. Өфө майҙанының 39 проценты парк, сквер, урмандарға тура килә. Ҡаланы йәшелләндереү эше дауам итә: яңы парктар булдырыла, ағас, ҡыуаҡ һәм сәскәләр ултыртыла.







