Республикала мал аҙығы әҙерләү уңышлы бара. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, пландың яртыһы үтәлгән. Әле хужалыҡтар 355 мең гектарҙан ашыу майҙанда 763 мең тонна сенаж әҙерләгән. Саҡмағошта эштәр бик яҡшы ойошторолған. “Мал башына 11 центнер аҙыҡ тупланған”, тип белдерҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Ихсанов.







