Өфөлә коммуналь техниканы ҡышҡылыҡҡа әҙерләй башланылар

Эшселәр ҡеүәтле машиналарҙы ремонтлап, автобазаны тәртипкә килтерҙе. Баш ҡаланың Киров һәм Совет райондары автопаркы  яңы техника менән тулыланды. Башҡортостанда коммуналь транспорт паркын яңыртыу өсөн быйыл 1,5 млрд һум аҡса йүнәлтелде. Был суммаға Рәсәйҙә һәм Белоруссияла етештерелгән техника һатып алынды.Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

20 йылдан ашыу ҡар таҙартыу машинаһында водитель булып эшләгән Наил Биктуғанов техниканы йәйҙән үк тәртипкә килтереп күнеккән. Ремонт эштәрен һуңғараҡ башлағанда ҡышҡы һыуыҡтарға әҙерләнеп өлгөрмәҫкә мөмкин, ти тәжрибәле водитель. Тимер ат ышаныслы хеҙмәт итһен өсөн ул төҙөкләндереүҙе июлдән үк башлай.

Өфөнөң Киров районы буйынса төҙөкләндереү хеҙмәтенә һатып алынған яңы техника исемлегендә универсаль коммуналь машина . Йәй көнө урамдарҙы һепереүсе, ҡыш махсус  көрәк ҡуйып ҡар таҙартыусы техника 20 хеҙмәткәр эшен алмаштыра. Рәсәйҙә етештерелгән сифатлы транспорттың башҡа төрҙәрен дә килтереү күҙаллана.

Коммуналь техниканы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү баш ҡаланың Совет районында ла ойошторолған. Бында юлдарҙы тоҙ, ҡом менән эшкәртеү өсөн матдәләр килтерелгән, автопарк яңы машиналар менән тулыланған.

Башҡортостанда коммуналь техниканы яңыртыу өсөн быйыл 1,5 млрд һум аҡса бүленде. Был суммаға 240 берәмек махсус техника һатып алынды. Төбәк юлдарын тәртиптә тотоу өсөн Рәсәйҙә һәм Белоруссияла етештерелгән транспорт саралары тапшырылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса төбәктә коммуналь техниканы яңыртыу өҫтөндә эш дауам итә.

Фото №1 - Өфөлә коммуналь техниканы ҡышҡылыҡҡа әҙерләй башланылар

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ