Башҡортостанда газ үткәреү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда зәңгәр яғыулыҡ үткән ауыл – ҡасабаларҙа ер участкаһына тиклем бушлай газ үткәреү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Баймаҡ районы Таулыҡай ауылындағы эш барышы менән БЮТ ижади төркөмө лә ҡыҙыҡһынды.

Үрге Таулыҡай ауылының үҙәк урамына газ 2001 йылда үтә. Шунан бирле туҡтап ҡалған эштәр, быйылғы йылда догаз проекты сиктәрендә ҡабаттан тергеҙелә. Ғариза яҙған һәр йортҡа зәңгәр яғыулыҡҡа тоташыу бурысы тора.

Әле Үрге Таулыҡай ауылының Салауат Юлаев һәм Ҡарғалы урамдарында эштәр әүҙем бара. Газ үткәреү ойошҡанлы барһын өсөн “Баланс”ойошмаһы 3 эксковатор, 3 машинист, 4 монтажсыны йәлеп иткән. Зәңгәр яғыулыҡты күп йылдар көткән ауыл халҡы быны ҡыуанып ҡабул итә.

Таулыҡай ауыл биләмәһенә ҡараған Сыңғыҙ һәм Буранбайҙа йорттар зәңгәр яғыулыҡҡа 3 йыл элек тоташтырыла, ә инде Түбәнге Таулыҡайҙа был мәсьәлә һорау булып ҡала. Урындағы халыҡ, Владимир Путиндың ер участкаларына бушлай газ үткәреү талабы тейешле тормошҡа ашырылып, йорттарҙа уңайлыҡтар тағы ла артыр тигән ышаныста ҡала.

Фото №1 - Башҡортостанда газ үткәреү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла

Альбина Баййегетова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ