Уға ярашлы, коммуналь хеҙмәттәрҙең иҫәпкә алынмаған түләүҙәре милекселәр араһында бүленә. Быға тиклем был түләүҙәрҙе идарасы компания иңендә булған. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
1 сентябрҙән йәйҙе көҙ алмаштырып ҡына ҡалмаясаҡ, ҡануниәттә лә үҙгәрештәр көтөлә. Яңы миҙгелдән дөйөм милекте ҡарау өсөн түләүҙәр ҡулланыусылар иңенә төшәсәк. Быйыл февралдә Рәсәй Хөкүмәтенең ошо хаҡтағы ҡарары баҫылғайны. Был яңылыҡ тураһында алдан мәғлүмәт биреү һәм аңлатыу эштәрен башҡарыу маҡсатында Өфөнөң Орджоникидзе районы торлаҡ хужалығы идаралығы милекселәр менән осрашты.
Дөйөм мөлкәтте файҙаланыуға күп фатирлы торлаҡтың инженер селтәрҙәрен, биләмәне хеҙмәтләндереү, яҡтыртыу ҡоролмаларын алмаштырыу, йылытыу миҙгеленә әҙерлек инә. Әлегә нормативтарҙан тыш сумманы идара итеүсе компаниялар түләй. Сентябрҙән ул квитанцияларҙа айырым күрһәтеләсәк.
Үҙгәрештәр кәҫәгә һуҡмаһын өсөн белгестәр бер-нисә кәңәш бирә. Тәү сиратта, приборҙарҙың төҙөклөгөн тикшереү маҡсатында яуаплы вәкилде һайларға. Икенсенән, коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫәпләү ҡоролмаларына ярашлы ваҡытында түләп барырға кәрәк.
Әлфинә Килдейәрова




