Башҡортостан халҡы өс тапҡырға күберәк «гараж амнистияһы» хоҡуғы менән файҙалана башлаған

2022 йылдың икенсе кварталында ғына 300 гаражға һәм гараждар урынлашҡан 500-ҙән ашыу ергә милек хоҡуғы теркәлгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «гараж амнистияһы» тураһындағы закон былтыр сентябрҙә эшләй башлағайны.

Алдан гараж һәм ул урынлашҡан ергә хоҡуҡты тик суд ҡарары нигеҙендә генә теркәргә мөмкин ине. Хәҙер ғаризаларҙы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ебәреп, ябайлаштырылған форма буйынса юллап алырға була. «Гараж амнистияһы» 2026 йылға тиклем дауам итә.

Ғаризаға гараж йәки ул урынлашҡан ергә хоҡуғын раҫлаусы документты беркетеү мөһим. Ул пай өсөн түләү, кооперативта гараж тотоу һәм ремонтлау, бүлеү тураһында ҡарар йәки гараж һатып алыу тураһында килешеү булыуы ла мөмкин. Барлыҡ документтар тупланғас, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы үҙе Росреестрға мөрәжәғәт итә.

Наталья Шаһиева, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы
Фото №1 - Башҡортостан халҡы өс тапҡырға күберәк «гараж амнистияһы» хоҡуғы менән файҙалана башлаған

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ