Осрашыуҙы ошо ауылда тыуып-үҫкән композитор Алик Лоҡманов ойошторған. Сәхнәлә ижадсының «Ҡыҙ бала», «Һеҙҙең өсөн» һәм «Ҡаҙ ҡанаты» кеүек йырҙары яңғыраны. Алик Лоҡманов уларҙы ижад итеү тарихы менән дә таныштырҙы.
Байрамда Башҡортостан һәм Татарстан эстрадаһы йондоҙҙары ла сығыш яһаны. Концертта Иҫке Ҡарғалы ауылы йырсылары ла ҡатнашты.
Әлфинә Килдейәрова







