Радий Хәбиров баш ҡала парктарын яңыртыу эше тураһында бәйән итте

Йәшел Өфө. Радий Хәбиров баш ҡала парктарын яңыртыу эше тураһында бәйән итте. Яңыраҡ күләмле төҙөкләндереүҙән һуң Сипайлово биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» паркы сафҡа инде.

«Ҡоштар» скверы асылды. Уны яңыртыуға 82 миллион ярым һум аҡса тотонолған. Эргәлә генә мәктәп, балалар баҡсалары һәм «Йондоҙлоҡ» балалар ижады үҙәге урынлашыу сәбәпле, төп иғтибар, әлбиттә, йәш быуынға бирелгән.

Скверҙа йүгереү юлдары, тротуарҙар һалынған, велосипедсылар өсөн махсус трасса төҙөлгән. Хоккей коробкаһы, футбол, баскетбол һәм теннис майҙансыҡтары булдырылған. Тренажерҙар полигоны ҡуйылған. Халыҡтың күплеген иҫәпкә алғанда, баш ҡалала йәшәүселәр скверҙы яратып өлгөргән.

Өфө халҡы тиҙҙән Нефтехимиктар, Дан бульвары, Йылы күле һәм Дим биҫтәһендәге Үҙәк паркта ял итә аласаҡ. «Ҡашҡаҙан» паркынан Өфөнөң Рыльский урамы аша Ҡариҙел йылғаһының яр буйына тиклем йәйәүлеләр зонаһы булдырыу ҡарала. Башҡортостан башлығы төҙөкләндерелгән ял урындарының барыһы ла социаль селтәрҙә ойошторолған тауыш биреүҙә халыҡ хуплауын табыуын билдәләне.

Дөйөм алғанда Өфөлә һуңғы йылдарҙа парк, сквер, баҡса һәм башҡа ял урындарын заман талаптары буйынса камиллаштырыуға етди иғтибар бүленә.

Фото №1 - Радий Хәбиров баш ҡала парктарын яңыртыу эше тураһында бәйән итте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ