Башҡортостан эшҡыуарҙары телекоммуникациялар торошон яҡшы баһалай

Башҡортостан эшҡыуарҙары араһында элемтә һәм интернет хеҙмәттәре сифаты буйынса фекер белешеү уҙғарылды. Уларҙың күпселеге телекоммуникациялар торошон яҡшы баһалаған. 5 баллы система буйынса дөйөм күрһәткес 4 балдан юғарыраҡ. Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин билдәләүенсә, элемтә өлкәһендә башҡараһы эштәр бар әле. Республикала сифатлы элемтә хеҙмәте менән тәьмин ителеп бөтмәгән ҡайһы бер юл участкалары һәм ауылдар ҡала. Фекер белешеү даими уҙғарылып тора. Был сара элемтә инфраструктураһын үҫтереү проблемаларын асыҡлау һәм ошо йәһәттән эш алып барыу мөмкинлеге бирә.

Фото №1 - Башҡортостан эшҡыуарҙары телекоммуникациялар торошон яҡшы баһалай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ