Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында башҡорт журналистикаһы бүлеге өсөн өҫтәмә 8 бюджет урыны булдырылды. Һуңғы тапҡыр бындай мөмкинлек 2014 йылда бирелгәйне. Был турала факультет деканы, профессор Гөлфирә Абдуллина хәбәр итте.
Әлеге ваҡытта уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы әүҙем бара. Башҡорт дәүләт университетында ғаризалар 25 июлгәсә ҡабул ителә.




