Мәскәүҙә республика вәкиллегендә дәүләт эшмәкәре Абрар Ярлыҡаповты 80 йәше менән ҡотланылар

Мәскәүҙә республика вәкиллегендә дәүләт эшмәкәре Абрар Ярлыҡаповты 80 йәше менән ҡотланылар. Ул Рәсәй Президенты ҡарамағында Башҡортостандың беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле була. Юбилей тантанаһында вице-премьер Сергей Греков Абрар Ярлыҡаповҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡапов Йылайыр районы Матрай ауылында тыуған. Ул  Мәскәүҙә Рәсәй Президенты ҡарамағында Башҡортостан вәкиллеген булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм уның тәүге етәксеһе була. Иҡтисад фәндәре докторы дәрәжәһенә эйә.

Фото №1 - Мәскәүҙә республика вәкиллегендә дәүләт эшмәкәре Абрар Ярлыҡаповты 80 йәше менән ҡотланылар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ