Луганск халыҡ республикаһы халҡы Башҡортостан табиптарына рәхмәт белдерә. Ошо көндәрҙә Красный Луч ҡалаһынан медицина хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмө әйләнеп ҡайтты. Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яҙыуынса, Луганскиҙағы газеталарҙың береһендә Башҡортостан табиптарына рәхмәт йөҙөнән мәҡәлә баҫылған. Беҙҙең республика медицина белгестәре өсөнсө ай дауамында Донбаста халыҡҡа ярҙам күрһәтә. Ошо көндәрҙә 18 табип Луганскиҙа эшләй.







